«Осҡон»ға осһоҙ хаҡҡа
Бөгөнгә тиклем гәзиткә яҙылып өлгөрмәгәндәр иғтибарына шуны еткерергә ашығабыҙ: 20 июндән 30-ына тиклем район гәзиттәренә 10 процент ташламалы хаҡ менән яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителде. Ошо ун көнлөктә гәзиткә яҙылғандар араһында Белорет почтамты уйын ойоштора, еңеүселәрҙе бүләктәр көтә.
Дүшәмбелә үткән уйында Әлмөхәмәт МТС-ынан Мөхәррәм Өмөтбаев плед отто. Еңеүсене редакциянан килеп, бүләген алыуын һорайбыҙ. Үҙең менән паспорт, ИНН күсермәһе булыуы мотлаҡ.
Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу осоро тамамланғанса, «Осҡон» бүләк ит!» акцияһы ла барасаҡ. Был мәрхәмәтлек акцияһы сиктәрендә билдәле эшҡыуарҙар Гөлнара менән Айрат Әминевтар, ғәҙәттәгесә, туғандарына район гәзиттәрен яҙҙырыуҙан тыш, район дауаханаһының «Ашығыс ярҙам» бүлексәһенә, Асҡар балалар йортона, Салауат ауылындағы хосписҡа «Осҡон»до бүләк итте. Әйткәндәй, Әминевтар шулай уҡ «Башҡортостан ҡыҙы» журналын таратыуҙа ла әүҙемлек күрһәтә. Һәр подписка һайын унар дана журналға яҙылып, район халҡына бүләк итә.
Мөхәрририәт.